Эстәлеккә күсергә

Хәтфә (туҡыма)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәтфә
Рәсем
 Хәтфә Викимилектә

Хәтфә (франц. peluche; рус. Плюш) — бәрхәт төрө, уң яғында оҙон (8 мм тиклем) өбөрөлө туҡыма. Өбөрөһө ебәк, йөн, кизе-мамыҡ йәки полиэстер кеүек синтетик сүстәрҙән була[1]. Ә туҡыма ерлеге һәр саҡ кизе-мамыҡтан эшләнелә.

Биҙәү эштәрендә, ҡатын-ҡыҙ кейеме, маскарад һәм театр костюмдары тегеү, йорт йыһаздарын, һирәкләп автомобиль салонын тышлау өсөн ҡулланыла. Хәтфәнән йомшаҡ айыу(плюшевый мишка) һәм башҡа балалар уйынсыҡтары эшләнә. Өҫтәүенә, заказға дизайнер уйынсыҡтары әҙерләү өсөн төп материалдарҙың береһе булып тора, сөнки ул йомшаҡ һәм ҡулға алыуы ла күңелгә ятышлы.

Уның өбөрөһө бөтә туҡыма буйлап та йәки айырым өлөштәрендә генә булыуы мөмкин. Бәрхәт менән сағыштырғанда, хәтфәнең өбөрөһө ҡуйыраҡ һәм оҙонораҡ. Сүстәрҙең төрөнә ҡарап хәтфәнең өбөрөһө киҫелеүе (бәрхәтте хәтерләтә), элмәкле, бер яҡлы, ике яҡлы булыуы мөмкин. Биҙәлеше буйынса туҡыма шыма, биҙәкле, һырланған, фасонлы төрҙәргә бүленә.

  1. Ворсовые ткани / Николаев С. Д. // Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 732. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.
  • Андреева Р. П. Плюш // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 292. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Плюш // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Большая советская энциклопедия, 1960. — Т. 2 (О—Я). — С. 474.
  • Плюш // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1959. — Т. VII. — Стб. 126—130.
  • Кирсанова ��аиса Мардуховна. Плюш // Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. / под ред. Т.Г. Морозовой, В.Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 218. — 383 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.